Новости

Көҙ айында ағыулы ҡарбуздар һатылыуы икеле

14.09.2021

Көҙ айында ағыулы ҡарбуздар һатылыуы икеле

Сөнки сентябргә баҡса культураһы тулыһынса өлгөрөп етә, ә нитраттың бик түбән кимәлдә булыуы күҙәтелә. Башҡортостандың рефент үҙәге белгестәре тарафынан быйыл ғына көньяҡ еләктең йөҙҙән ашыу партияһы тикшерелгән.

https://yandex.dev.banan.studio/p/4a562ff10662cd5c8e56a60f872764ad/-/scale_crop/600/-/format/webp/-/quality/75

Анализ һөҙөмтәләре ҡарбуздың составында ағыулы матдәләрҙең булмауын күрһәткән. Ни өсөн һуңғы көндәрҙә емештең составы халыҡта борсолоу белдерә? Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.

Ҡарбуз ит үткәргес аша турала, һут әҙерләйҙәр, тип уйламағыҙ. Шишмәләге лабораторияла көньяҡ продукцияның сифатын тикшерәләр. Һәр ваҡыттағыса республиканың референт үҙәге белгестәре ҡарбуздың составын даими контролдә тота. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки уларҙың хеҙмәте халыҡтың сәләмәтлеген, хатта ғүмерҙәрен һаҡлау ҡалыуға йүнәлтелгән.

Йәй айҙары менән сағыштырғанда, әле баҙарҙа ҡарбуз менән сауҙа итеү кәмегән. Ни тиһәң дә, кеше организмының һалҡын көҙҙә көньяҡ емешкә булған ихтыяжы ҙур түгел. Шулай ҙа тауар булһа, һатып алыусыһы табылыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Һуңғы көндәрҙә ҡарбузға бәйле яңылыҡ Рәсәйҙә төп темаларҙың береһенә әүерелде. Сөнки ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәүҙә баҡса культураһынан ике кеше ағыуланып үлгән. Тикшереүҙәр барышында белгестәр мәрхүмдәрҙең ҡанында организм өсөн айырыуса хәүефле химик матдәгә юлыҡҡан. Этиленгликолдең ашамлыҡтың составына нисек эләгеүен әлегә бер кемдә аңлата алмай. "Магнит" селтәре иһә шунда уҡ һуңғы партияһы һатыуҙан алған.

Федераль селтәр етәкселегенең был ҡарары Өфөләге магазиндарға ҡағылмаған. Ни тиһәң дә, Мәскәүҙәге партияның Башҡортостанға эләгеүе икеле, ти белгестәр. Шулай ҙа улар ҡарбузды һайлағанда бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалырға саҡыра.

Әлеге ваҡытта ҡарбуз миҙгеле аҙағына яҡынлаша. Ҡышҡылыҡҡа запас туплайым тип баҡса культураһын күпләп алырға ла ярамай. Ни тиһәң дә, балдай тәмле ҡарбуздың һалҡын көндәрҙә әсе булыуы ихтимал.

Илдар Байбулатов

< Возврат к списку новостей