Новости

Ҡоролоҡ шарттарында юғары уңыш алыу серҙәре

19.07.2021

Ҡалтасы районында бөгөн «Баҫыу көнө» семинар кәңәшмәһе уҙҙы. Унда республиканың төньяҡ өлөшөндәге райондар вәкилдәре ҡатнашты. Ауыл эшсәндәре үҫемлекселек өлкәһендә алдынғы технологиялар хаҡында фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. «Баҫыу көнө»нән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

«Биосфера» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең күргәҙмә баҫыуында «Ватан» ярауай бойҙайы сәселгән. Беренсе өлөштә иген культураһы яҡшы үҫешкән, туҡ башаҡтарға етешкән. Ә икенсеһендә хәлдәр бөтөнләй башҡаса. Иген культураларын ашлаған һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлаған осраҡта уңышты өс центнерға артығыраҡ алырға мөмкин, ти белгестәр.

«Баҫыу көнөн»дә төнъяҡ урман-ялан зонаһында ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу стратегияһы ҡаралды. Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ заманса ауыл-хужалығы техникаһы менән дә таныша алды. Сауҙе вәкилдәре үҫемлектәрҙе тәрбиәләү һәм һаҡлау ысулдарын тәҡдим итте.

Семинарҙа ауыл хужалығына хеҙәмәттәр күрһәтеү буйынса илленән ашыу предприятие ҡатнашты.Тәжрибә уртаҡлашыу барышында урман-ялан зонаһында сәселгән меңдән ашыу сорттың үҫеше ҡаралды.

Тәжрибә майҙансығында ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса референт үҙәге айырым урын алып тора. Бында электрон микроскоптан алып, биналарҙы һәм келәттәрҙе ҡоротҡостан таҙарта торған ҡоролмалар ҙа күрһәтелгән.

2022 -cе йыл башынан игенселек тураһында яңы ҡанун үҙ көсөнә инәсәк. Был законға ярашлы ашлыҡ сифаты үҙәк тикшеренеүҙәр системаһына индерелә. Был система илдә иген әйләнеше сифатын контролдә тоторға булышдыҡ итәсәк, тип билдәләй белгестәр. Яңы ҡайтарылған мобиль лаборатория иһә сифат тикшереүен тиҙ арала уҙғарырыға мөмкинлек бирәсәк.

Был мобиль лаборатория республикаға үткән аҙнала ғына ҡайтарылған. Хаҡы 14 миллион һум. Унда 14 төрлө тәжрибә үткәрергә мөмкин. Урып-йыйыу башланыу менән төбәктә йыйылған уңыштың 82 проценты ошо лабораторияла тикшерелгән.

Ҡоролоҡ шарттарында барлыҡ технолгияларҙы үтәп игенселек менән шөғөлләнеүсе ҡалтасылар быйыл да мул уңышҡа өмөт итә.

Семинар-кәңәшмәләр республканың тағы ла дүрт төбәгендә үткәреләсәк. Ҡалтасы ерендә ойошторолғаны ҡоролоҡ шарттарында урып-йыйыу стратегияһын барланы.Ураҡ осоронда айырыуса тырышлыҡ күрһәткән ауыл хужалығы уңғандарына ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Подробности на:https://bash.news/bash/news/156324-korolok-sharttarynda-yugary-unysh-alyu-serzere

Гүзәл Борханова

< Возврат к списку новостей