В ФГБУ ВНИИЗЖ ВВЕДЕНЫ МЕРЫ ПО ПРЕДУПРЕЖДЕНИЮ РАСПРОСТРАНЕНИЯ КОРОНАВИРУСНОЙ ИНФЕКЦИИ (COVID-19)
Федеральное государственное бюджетное учреждение "Федеральный центр
охраны здоровья животных"
Отдел маркетинга +7 (966) 0158602

Башкирский филиал на сайт ВНИИЗЖ

Республика хужалыҡтарында орлоҡ сифаты тикшерелә

Ни сәсһәң, шуны урырһың. Республика хужалыҡтарында сәсеү компанияһына әҙерлек орлоҡ сифатын тикшереүҙән башлана. Шишмә районында урынлашҡан Башҡортостан һынау лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре эше хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Рәсәй үҙәк фәнни-методик-ветеринар тикшереүҙәр лабораторияһының Башҡортостан һынау лабораторияһы фермерҙар һәм ауыл хужалығында эшләгән белгестәр өсөн күптән инде Мәккәгә әүерелгән. Яҙғы сәсеү алдынан һәр хужалыҡ был бинала орлоҡтарҙы лаборатор тикшереүҙәргә тапшыра. Клиент тикшереләһе материалды ҡабул итеү бүлегендә ҡалдыра. Уға махсус код ярҙамында шифр билдәләнә. Бында эшләүселәргә ҡағиҙә буйынса хужалыҡ һәм уның ҡайҙа урынлашҡаны хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй.

Һынау лабораторияһында орлоҡтар артабан сүптән айырыла, бөжәктәрҙән таҙартыла, йөҙәр орлоҡ һанап алынып, дүрт проба ҡуйыла. Артабан белгестәр уларҙы махсус ҡумталарға сәсә. Орлоҡтар ҡомға йә булмаһа гофр ҡағыҙына ултыртыла. Һыу менән дымландырылғандан һуң термостатҡа урынлаштырыла.

Һәр культураның үҙ температураһы һәм шытып сығыу мөҙҙәте. Иген культуралары өсөн ул 7 көн тәшкил итә. Келәттәрҙә бөтә талаптарҙы үтәп һаҡланған орлоҡтар ғына яҡшы шытым бирә, ти, белгестәр.

Техник культураларҙан иһә шәкәр сөгөлдөрөнә лә талаптар ҡаты. Татлы тамырға зыян килтереүсе факторҙар күп, шуға күрә уның орлоғо махсус препараттар ярҙамында ҡоротҡостарға ҡаршы пестицидтар менән эшкәртелә.

Республикала 10 төрлө зарарлы сүп үләндәренә ныҡлы тыйыу һалынған. Башҡортостан биләмәләренә Ырымбур, Һамар өлкәләренән орлоҡтар индерелгән осраҡта лабораторияла эшләүсе белгестәр карантинға индерелгән зарарлы үләндәргә айырыуса иғтибарлы . Орлоҡтарға зыян итеүсе амброзий, эт ҡарағаты, эт дегәнәге осраҡтарын ныҡлы контролгә ала һәм күҙәтеү органдары тарафынан тейешле саралар күрелә.

Лаборатор тикшереүҙәр үтмәгән, дәүләт стандарттарына тап килмәгән орлоҡтарҙы сәсеү тыйыла. Был лабораторияла орлоҡ төрөн ҡарап ундан ашыу тикшереү үткәрелә. Ентекле анализдар ярҙамында сәсеү нормаһы иҫәпләнә. Киләһе уңыш нигеҙе лә бында һалына.

Подробности на: 

https://vk.com/video-85076499_456242173

Читать также:
Сотрудник ФГБУ ЦНМВЛ приняла участие в заключительном этапе Всероссийского конкурса научных работ 29.05.2020

подробнее
С начала июня в Башкирской испытательной лаборатории ФГБУ ЦНМВЛ исследовано более 8308 тонн зерна подсолнечника 17.06.2022

подробнее
Специалисты химико-токсикологического отдела БИЛ прошли обучение по радиологии 24.08.2022

подробнее
обратный звонок
Заполните форму и мы свяжемся с вами в ближайшее время.